+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Август 2024, 16:00
Ҡояшыма һис тә бер үпкәм юҡ
Ҡояшыма һис тә бер үпкәм юҡ, Нурға ҡойондорор мәлдәр түгел. Көн дә яуған аҡ ямғырҙар кеүек Ап-аҡ яуын инде күптән күңел. Ер-Әсәмә ниҙәр булған, тимә, Аһ-зарынан күҙ йәштәре – күнәк. Ҡуйынында күпме ғәзиз баштар, Ҡайғыларға нисек түҙмәк кәрәк? Йәйҙәремә һис тә бер үпкәм юҡ, Илкәйемдә оло яуҙар мәле. Күктәремә шуға баҡмайым да, Һәм әйтмәйем: "Яума, яума әле!" Йәйҙәремә һис тә бер үпкәм юҡ, Ҡыңғыраулы йәйҙәр тағы килер. ...Ләкин ҡайтмаҫ ғәзиз генә улдар, Өҙөлөп кенә көткән йәрҙәр кире... Айзилә Мортаева
Ҡояшыма һис тә бер үпкәм юҡ
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"