Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Август 2024, 18:15

Ҡот осҡос фажиғә...

Бая ғына Стәрлетамаҡ районы Мариинский ауылындағы аяныслы хәл тураһында яҙғайныҡ, әле тағы бер ҡурҡыныс хәбәр килеп етте...

Ҡот осҡос фажиғә...Ҡот осҡос фажиғә...
Ҡот осҡос фажиғә...

Борай районының Хажи ауылында шәхси йортта сыҡҡан янғында 53 йәшлек ҡатын һәм уның 4 йәшлек ейәне һәләк булған...

Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Ағас йорттоң эсендәге янғынды урындағы халыҡ һүндерә, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре, ирекмәндәре килеп еткәс, ут ҡабаттан тоҡанмаһын өсөн йорт йыһазына һыу һибә.

Фажиғә сәбәбе асыҡлана. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисовтың күрһәтмәһе буйынса урынға Баш идаралыҡтың оператив төркөмө, шул иҫәптән һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүселәре ебәрелгән.

Стәрлетамаҡ районындағы фажиғә тураһында мәғлүмәт: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-08-19/mergen-e-ayanysly-lg-n-3891958

Фото: МЧС РБ.

Ҡот осҡос фажиғә...
Ҡот осҡос фажиғә...
Ҡот осҡос фажиғә...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас