Төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова хәбәр итеүенсә, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Йәрмәкәй һәм Учалы райондары юлдарында һәм урамдарында һыу баҫыу арҡаһында муниципаль милек объекттары – 22 күпер һәм 12 һыу үткәргес торба өлөшләтә емерелгән. Был объекттарҙы территориаль заказ буйынса тергеҙеүгә быйыл өҫтәмә рәүештә 82 миллион һум ҡаралған. Бынан тыш, был исемлектәге алты объект реконструкция һәм капиталь ремонт талап итә. Уларҙы 2025 йылда тулыһынса тергеҙеү планлаштырыла.
– Беҙ «Транспорт сәғәте»ндә быларҙың барыһын да тикшерҙек. Зыянды бөтөрөргә кәрәклеген аңлау мөһим. Зыян күргән объекттарға аҡса бүлдек. Финанслау сентябрь башында килә. Оператив рәүештә октябрь аҙағына тиклем бөтә эштәр ҙә тамамланырға тейеш, – тине республика етәксеһе.