Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Август 2024, 07:00

"Нур" театры "Ҙур гастролдәр"гә сыға

Чебоксар тамашасылары Башҡортостан театрының өс спектакле менән таныша ала.  

"Нур" театры "Ҙур гастролдәр"гә сыға"Нур" театры "Ҙур гастролдәр"гә сыға
"Нур" театры "Ҙур гастролдәр"гә сыға

"Ҙур гастролдәр" программаһы Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән "Росконцерт" федераль дәүләт мәҙәниәт ойошмаһы тарафынан ойошторола.

Өфө "Нур" татар дәүләт театры ошо программа сиктәрендә быйыл Чебоксар ҡалаһында сығыш яһай. Улар тамашасыларға легендар "Ғәлиәбаныу" (Мирхәйҙәр Фәйзи әҫәре буйынса Азат Йыһаншин ҡуйған) музыкаль драмаһын, "Хыял йорто" комедияһын (Илгиз Зәйниев - Илдар Вәлиев) һәм "Фатима" драмаһын (Зифа Ҡадырова - Азат Йыһаншин) тәҡдим итә.

Гастролдәр 26- 28 сентябрь, К.В. Иванов исемендәге Сыуаш дәүләт академия драма театры сәхнәһендә үтә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас