Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Августа 2024, 03:00

Корейса ҡыяр

Түбәндәге рецепт буйынса ла эшләп ҡарағыҙ, оҡшар. “Ҡыярҙар кетерләп кенә тора”, – тиҙәр.

Корейса ҡыярКорейса ҡыяр
Корейса ҡыяр

Кәрәк: 2 кг ҡыяр, 250 г кишер, бер баш һарымһаҡ, ярты стакан үҫемлек майы, ике ҡалаҡ тоҙ, ярты стакан уксус, дүрт ҡалаҡ шәкәр, ике ҡалаҡ корейса кишергә тәмләткес.

Әҙерләү: ҡыярҙы оҙонсалап дүрт өлөшкә бүлергә, кишерҙе махсус ҡырғыста ҡырырға (оҙон итеп), һарымһаҡты иҙергә. Ошолай әҙерләнгән йәшелсәләргә уксус, үҫемлек майы, тоҙ, шәкәр (песок), корейса кишер өсөн тәмләткесте һалып, барыһын бергә яҡшылап бутарға. Һәм 2 – 3 сәғәткә ултыртып торорға. Шунан стерилләнгән банкаларға тултырып, тағы ла стерилләргә ҡуйырға. Бер литрлы банка – 30, ярты литрлыһы 15 минут стерилләнә. Һуңынан ныҡлап ябырға. Тик тәмен белеп ҡалһағыҙ, тиҙ бөтәсәк)))

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас