Ростов өлкәһенең Сандата ауылында йоҡлап ятҡан хужаларҙы Марфа исемле бесәй ҡотҡара. Дүрт кешенән торған ғаилә төндә янғын сығыуын һиҙмәй. Ут хужалыҡ ҡаралтыһына, гаражға һәм торлаҡ йорттоң ҡыйығына күсә. Хужалар бер ни ҙә һиҙмәйенсә йоҡлап ята бирә. Бәләне Марфа һиҙеп ҡала. Ул тынысһыҙланып, хужаларҙы уятырға тырышып, өй буйлап йүгереп йөрөй, бар көсөнә мыяулай. Был тауышҡа бөтәһе лә уяна һәм ваҡытында урамға сығып өлгөрә.
Һарытауҙағы фатирҙа йәшәгән Пузик исемле бесәй үҙенең хужаһын янғын ваҡытында ҡотҡара. Ир йоҡлар алдынан телевизорҙы һүндерергә онотҡан була. Телевизор янып китә, фатирға төтөн тула. Бер ни белмәй йоҡлап ятҡан ир йә ағыуланып, йә янып үлер ине, әгәр ҙә бесәй хужаһын тешләп, тырнап уятмаһа.
Түбәнге Новгород өлкәһендә бер бесәй тотош подъезды янғындан ҡотҡарған. Ул төтөн еҫен һиҙеп, хужаһының иғтибарын йәлеп итә һәм ир күршеләрен иҫкәртә ала.
Сыктывкар эргәһендәге дача ҡасабаһында ла янғын ваҡытында бесәй 12 йәшлек малайҙы ҡотҡара. Үҫмер дачала йоҡлап ятҡанда, янғын сыға. Хәүефте тойған бесәй уны уятып, малай уттан ҡотолоп өлгөрә.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, бесәйгә ышанырға, ә шулай ҙа үҙеңде үҙеңә лә һаҡларға кәрәк, тип иҫкәртә. Йортҡа янғын сигнализацияһы ҡуйығыҙ! Ул янғында һине һәм яҡындарыңды ҡотҡарасаҡ. Прибор мыйыҡһыҙ ҙа хәүеф тоя - ул төтөнгә тауыш сигналы менән яуап бирә. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә 112 телефонына шылтыратығыҙ!
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.