Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Августа 2024, 03:30

Көлөп алайыҡ әле!

Кешеләр ике төргә бүленә. Берәүҙәр донъяны тәгәрләтә. Ә икенселәр:  

Көлөп алайыҡ әле!Көлөп алайыҡ әле!
Көлөп алайыҡ әле!

Кешеләр ике төргә бүленә. Берәүҙәр донъяны тәгәрләтә. Ә икенселәр: “Донъя ҡайҙа тәгәрләй?!” – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йәнәшәнән йүгерә.

 

*   *   *

– Нимә ул бәхет?

– Яҡшы сәләмәтлек һәм насар хәтер.

 

*   *   *

– Көслө шахматсы көсһөҙөнән нимәһе менән айырыла?

– Көсһөҙ шахматсы һындарҙы таҡтала – шыуҙырып, ә көслөһө күтәреп күсерә.

 

*   *   *

Баланы өндәшмәҫкә өйрәтеү уны һөйләшергә өйрәтеүҙән күпкә ауырыраҡ.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас