Аҡҡош бейеүе
Ҡарап торҙом матур зәңгәр кистә Аҡҡоштарҙың күлгә төшкәнен. Ҡаурыйҙарын елпеп ҡаға-ҡаға, Саф һөйөүгә күлде күмгәнен. Күҙҙәренән нурҙар һибелде лә Аҡҡоштарым төштө бейергә. Тирә-яҡты саф хистәргә төрөп, Наҙ һирпелде кеүек күңелгә. Аҡҡош бейеүҙәре йөрәгемде Мөхәббәткә генә төрнәне. Яраларым ямалғандай булып, Яҡты хыял йәнде биҙәне... Зөлфиә Фәйрушина