Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Август 2024, 07:30

Уй, һөйкөмлө апайға штраф сәпәгәндәр!

Әбйәлил районы Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре интернет селтәрен мониторинглау барышында оло йәштәге ҡатындың мототранспорт сараһы менән шлемһыҙ идара итеүен күрһәткән видеояҙма таба.

Уй, һөйкөмлө апайға штраф сәпәгәндәр!Уй, һөйкөмлө апайға штраф сәпәгәндәр!
Уй, һөйкөмлө апайға штраф сәпәгәндәр!
Асыҡланыуынса, видеола Геологоразведка ауылынан 69 йәшлек ҡатын төшкән, быға тиклем юл хәүефһеҙлеге буйынса закон менән бер ниндәй ҙә проблемалары булмаған. Хеҙмәткәрҙәр ҡатын менән осрашҡас, ике тәгәрмәсле транспортта йөрөгәндә һаҡланыу сараларын ҡулланыу мөһимлегенә баҫым яһап, профилактик әңгәмә үткәрә. Мотоцикл һәм мопедтарҙың иң хәүефле транспорт саралары булыуына айырым иғтибар бүленә. Һөйләшеү барышында оло йәштәге ҡатын мотошлемын күрһәтә һәм был көндө ике тәгәрмәсле транспортта унһыҙ 100 метр самаһы юл үткәнен аңлата (кешеләр һораған видео өсөн генә).
 
Әйткәндәй, апайҙың водитель стажы ихтирамға лайыҡ - 50 йыл! "А" категориялы водитель таныҡлығын ул 1974 йылда алған. Ошоға тиклем бер ҡасан да бындай хоҡуҡ боҙоуҙар ҡылмаған.
 
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре РФ КоАП-ының 12.6-сы статьяһы буйынса административ материал төҙөй, был статья мотоцикл йәки мопед менән мотошлемһыҙ идара иткән өсөн яза биреүҙе күҙ уңында тота.
 
Ҡатын быны аңлап ҡабул итә һәм һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаясағына һәм һәр ваҡыт законды үтәйәсәгенә ышандыра. Был осрашыу Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә граждандарға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙең, бигерәк тә мотоцикл кеүек хәүефле транспорт төрө менән идара итеүҙең мөһимлеген иҫкә төшөрөү мөмкинлеген бирҙе, тип яҙа БР Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре.
 
Ә беҙ һөйкөмлө апайға һаулыҡ, уңыштар һәм именлек теләп ҡалабыҙ! 
 
Фото: БР ДАИ.
 
 
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас