Миләүшә АРЫҪЛАНОВА Күгәрсен районының Түләбай ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын тамамлай, 2001–2005 йылдарҙа аспирантурала белем ала. 2002 йылдың сентябренән алып Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында студенттарға белем бирә. Башҡорт филологияһы кафедраһы доценты, мәғариф алдынғыһы.
Кәмһенмәһәң, булмай кәмһетеп...
(З. Биишеваға)
Ул әсәйһеҙ, етемлектә үҫкән –
Туғандарҙа тапҡан ихласлыҡ.
Зәйнәб апай, ошо һүҙең маяҡ:
"Кәмһенмәһәң, булмай кәмһетеп!"
Кәмһенмәһәң, кәмһетергә теләп,
Нахаҡ, яла, ике йөҙлөлөк
Нисек кенә һине йөҙәтмәһен –
Һин – яҙыусы, бары һин бөйөк!
Зәйнәб апай,
Һинең китаптарың
Был тормошҡа асты күҙемде.
"Яҡтыға"ға елдем хыялымда,
Тел серендә таптым белемде,
таптым үҙемде!