Быға тиклем ир ҡатынына шылтыратып, Белорет ҡалаһы эргәһендәге Бикре быуаһы эргәһендә булыуын һәм ҡайтыр юлды таба алмауын хәбәр итә. Борсолған туғандары ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр юғалған кешене эҙләү өсөн урмандарҙы арҡырыһына-буйына йөрөп сыға. Бәхеткә күрә, бөгөн көндөҙ ирҙе иҫән-һау табып алалар. Бәшмәксене "Лиза Алерт" ирекмәндәре Кучанов кордонына барған юлда таба. Ир медицина ярҙамына мохтаж булмаған.
Хөрмәтле граждандар! Урманға юлланғанда, яҡындарығыҙға пландарығыҙ һәм маршрутығыҙ тураһында хәбәр итеү, шулай уҡ көтөлмәгән хәлгә ярҙам итерлек зарядлы кеҫә телефоны алып барыу мөһим!
Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.