Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Август 2024, 12:30

"Беҙ бергә!" проекты халыҡҡа рух һәм яҡшы кәйеф бүләк итә

Был сара Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла райондарында бара.  

"Беҙ бергә!" проекты халыҡҡа рух һәм яҡшы кәйеф бүләк итә"Беҙ бергә!" проекты халыҡҡа рух һәм яҡшы кәйеф бүләк итә
"Беҙ бергә!" проекты халыҡҡа рух һәм яҡшы кәйеф бүләк итә

Башҡортостан Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Яҙыусылар союзы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге берлектә ойошторған "Беҙ бергә!" проекты үҙ эсенә бер нисә сараны берләштерә. Халыҡ кәсебе оҫталары ауыл халҡына оҫталыҡ дәрестәре ойоштора, әҙәбиәт һөйөүселәр яҙыусылар менән әңгәмәләшә, ә билдәле артистар бай йөкмәткеле концерт программаһы менән сығыш яһай.

Филармонияның талантлы шәхестәре - халыҡ артистары Хәлит Фәтихов, Радик Вәлмөхәмәтов, Римма Амангилдина, Миңдеғәфүр Зәйнетдинов, Рушан Биктимеров, музыкант, "Алтын Урал" премияһы лауреаты Илшат Фәтихов, шағирәләр Таңсулпан Рәсүл һәм Гөлнур Ҡыуатоваларҙан торған төркөм Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Ишкен, Кәрим, Ҡорама, Миндәк һәм Комсомольск ауылдарында булып, урындағы халыҡ менән аралашты.

 

 

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас