Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Августа 2024, 05:00

Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа мәргәнлектә көс һынашты

Раушания Сабитова "Башҡорт аты"фестивалендә һыбай уҡтан атыу ярышында ҡатнашты.

Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа мәргәнлектә көс һынаштыҠатын-ҡыҙҙар ҙа мәргәнлектә көс һынашты
Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа мәргәнлектә көс һынашты

 -- Икенсе йыл ҡатнашам был ярыштарҙа. Һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен, артта ла түгел, алда ла. Ғөмүмән, уҡ атыу менән бер биш йыл элек мауыға башланым. Тәүҙә йәйәү атыу менән шөғөлләндем, шунан уның менән генә ҡәнәғәтләнмәй, һыбай атыуға күстем. Һыбай ҡыҙығыраҡ, әлбиттә. Атта һыбай йөрөй ҙә белмәй инем, махсус рәүештә өйрәндем, -- ти сая ҡатын. -- Бик оҡшай.Борон-борондан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары мәргәнлектәре менән дан тотҡан, ирҙәр менән бергә һунарға йөрөгән, яуҙа ҡатнашҡан, -- ти Раушания, "Был шөғөл оҡшаймы?" тигән һорауға яуап биреп. Раушания Сабитова -- шәхси эшҡыуар, Өфөлә һәм Өфө районының Шмидт ауылында ҡымыҙ һатыу буйынса нөктәләре бар.

Автор фотоһы.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас