Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә "Целинный-Уральский" 1+430 км күпере зыян күрә. Уның өҫтөндә зарарланыуҙар һәм ярыҡтар бар. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бер хәрәкәт һыҙаты ябылған, тип хәбәр итте Әбйәлил районы башлығы Илдар Нафиҡов. Премьер-министр белгестәргә ҡоролманы тикшерергә һәм ваҡытлыса таш түшәргә ҡуша.
- Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Сиҙәмдә ваҡытлыса юл һалырға кәрәк. Ҡоро һауа торошо урынлашҡас, емерелгән өлөшөн тергеҙеү мөһим. Артабан яңы күпер төҙөргә кәрәкме, әллә капиталь ремонт кәрәкме икәнен хәл итербеҙ. Халыҡ өсөн урау юл ойоштороуҙы һорайбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр.
Йәнгел ауылында ауыл хужалығы техникаһы өсөн ҡулланылған ике күперҙең береһе ремонтҡа мохтаж. Ямғыр ташҡынынан һуң бында хәрәкәт сикләнә. Андрей Назаров ҡоролманы тикшерергә һәм уны тейешле хәлгә килтерергә ҡуша. Йәнгелдәге төп күпер зыян күрмәй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарға һауа шарттары яҡшырыу менән емерелгән юл һәм күпер ҡоролмаларын тергеҙеү эштәрен башларға ҡушты. Был республика биләмәһендә 22 километрҙан ашыу автомобиль юлы һәм 26 күпер. Ошо маҡсатҡа төбәк бюджетынан 123,7 миллион һум йүнәлтелгән.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/24702/