Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Августа 2024, 14:00

Яҡшы башланғыс тиҙ тарала

Күршеләрҙә "Татар аты" фестивале була, тигән хәбәр ишетелде. Ә беҙҙә бит яңы ғына тап үҙебеҙҙең атыбыҙға арналған халыҡ-ара сара гөрләп үтеп китте. Өсөнсө тапҡырға ойошторолған фестивалебеҙгә күрше төбәктәр генә түгел, донъя илдәре ҡыҙыҡһыныу белдереп, үҙҙәрендә лә үткәрә башлауына ҡыуанырға ғыналыр. "Башҡорт аты"на иғтибар шулай һәр саҡ ҙур кимәлдә булһын.

Яҡшы башланғыс тиҙ таралаЯҡшы башланғыс тиҙ тарала
Яҡшы башланғыс тиҙ тарала

Татарстанда 24 августа уҙасаҡ "Татар аты" фестивале. Бик мәслихәт. Ат бар, тимәк, халыҡ хәҙер уны һаҡлау, аҫрау, үрсетеү, танытыу сараһын күрә. Беҙҙә лә шундай маҡсат ҡуйылған.

Күршеләр беҙҙекенә оҡшатып, үҙҙәрендә лә ойоштора икән, тимәк, тап "Башҡорт аты" этәргес биргән, тип фекер йөрөтөргә ҡала.

Бәлки, сәмләнгәндәрҙер. Бәлки, беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ, тип үҙебеҙ ҙә тағы сәмләнеңкерәп китербеҙ.

Туҡталып ҡалырға хаҡыбыҙ юҡ. Йылҡысылар, һеҙгә ҡеүәт!

Әйткәндәй, "Татар аты"на барып күрерһегеҙ ул? Сағыштырыр, фекер алышыр, тәжрибә уртаҡлашыр нәмәләр барҙыр.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас