Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Август 2024, 12:00

Урманға барырға йыйындығыҙмы?!

Төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәбеҙ: 

Урманға барырға йыйындығыҙмы?!Урманға барырға йыйындығыҙмы?!
Урманға барырға йыйындығыҙмы?!

- Туғандарығыҙға һәм таныштарығыҙға яҡынса маршрутығыҙ һәм ҡайтыу ваҡытығыҙ тураһында хәбәр итегеҙ.

- Сағыу куртка кейегеҙ.

- Үҙегеҙ менән һыу, шоколад йәки сәтләүек, зажигалка, фонарь һәм дарыуҙар алығыҙ.

- Телефон зарядланған булырға тейеш.

- Урманға инер алдынан, тирә-яғығыҙға күҙ һалығыҙ һәм төп ориентирҙарҙың ҡайҙа булыуын иҫтә тотоғоҙ: юлдар, йылғалар, тораҡ пункттар, электр тапшырыу линиялары.

- Урманға яңғыҙ түгел, ә кем менәндер барыу яҡшыраҡ.

- Аҙаштығыҙмы? 112-гә шылтыратығыҙ. Иң мөһиме - паникаға бирелмәгеҙ һәм торған урынығыҙҙа ҡалығыҙ, тип кәңәш итә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре.

Фото: МЧС РБ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас