Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Августа 2024, 16:00

Күңел тороштары кеүек

Күңел тороштары кеүек әллә Ямғырҙар ҙа хәҙер өшәнес. Киләсәктең рәтле булыуына Китеп тора бер аҙ ышаныс. Тынғы тапмай йөрәк, өркөп тора Ҡолаҡ аулай барса яңылыҡ. Дөрөҫмө ул әллә уйҙырмамы, Фаразмы ул әллә аңлылыҡ. Шөбһәләнеү хас та кешелеккә Тик бығаса былай булманы. Билдәһеҙлек иҙеп күңелдәрҙе Көн дә мейе өңөп торманы. Кешелектең хаттин ашыуынан Тәбиғәт тә әллә ояла. Йәшенен дә төндә шарт шорт атып, Йәшен ҡойоп, таңға юғала. Боҙлауыҡтар һибә йәй уртаһы Ел дауылын һис тә йәлләмәй. Теле булһа беҙҙе һүтер ине Түҙмәҫ ине тетеп әрләмәй. Биттәренә битлек кейгән кеүек Күп нәмәне күрмәй кешеләр. Уйын көлкө, ҡунаҡ, йыйын йыя, Донъя тыныс торған ишеләр Бына тағы йөрәк терт терт итә- Әйтерһең дә ниҙер әшкәртеп. Һиҫкәндерә һуңғы яңылыҡтар.. . Булырмы һуң ниҙер үҙгәртеп... Киләсәге, таянысы илдең Иң күркәме, иң - иң йәштәре. Әрәм генә була балаҡайҙар Күлдәй аға күҙҙең йәштәре. Терәгебеҙ һына ут ялҡындан Ҡайғы йөрөй ишектәр шаҡып Ни өсөн һуң яза бирә Хоҙай? Әллә үтә киттекме шашып? авторы билдәһеҙ, бәлки, беләгеҙҙер, яҙығыҙ

Күңел тороштары кеүекКүңел тороштары кеүек
Күңел тороштары кеүек

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас