Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Август 2024, 10:30

Башҡортостан табиптары Красный Луч халҡына ярҙам итә

Нур диагностикаһы бүлеге мөдире, рентгенолог-табип Гүзәл Ямалова әлеге ваҡытта Луганск Халыҡ Республикаһында командировкала. 

Башҡортостан табиптары Красный Луч халҡына ярҙам итәБашҡортостан табиптары Красный Луч халҡына ярҙам итә
Башҡортостан табиптары Красный Луч халҡына ярҙам итә

Был уның Красный Лучҡа тәүге командировкаһы, әммә ЛНР-ға беренсе визиты түгел: 2022 йылдың мартында Донецкиҙа ирекмән-табип булып эшләгән. Әлеге ваҡытта Гүзәл Ришат ҡыҙы "Известия" дауаханаһында пациенттар ҡабул итә.

- Бөтә Луганск өлкәһенә тик бер генә КТ аппараты бар, шуға күрә ялһыҙ эшләргә тура килә. Һуңғы айҙа меңдән ашыу тикшереү үткәрҙек. Аҙған онкологик сирҙәр, ҡан тамырҙары ауырыуҙары күп кенә, бәүел ташы ауырыуынан, быуындар һыҙлауынан яфаланған пациенттарҙың күп булыуы асыҡланды, - тип билдәләй белгес.

Былтыр Гүзәл Ришат ҡыҙы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Ә 2024 йылда уға РФ Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының "МХО зонаһында медицина ярҙамы күрһәткәндә фиҙаҡәрлеге һәм профессионализмы өсөн" миҙалы тапшырыла.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001653030718

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас