Башҡортостан менән Үзбәкстан араһындағы тауар әйләнеше быйыл тәүге алты айҙа, былтырғы шул осор менән сағыштырғанда, 32,3 процентҡа үҫкән. Дөйөм экспортта беҙҙең республика өлөшө - 80 процент.
БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, республиканан минераль продукция, химия сәнәғәте тауарҙары, каучук, ағас, целлюлоза-ҡағыҙ, һөт продукттары, бал, металл һатыла.
Уртаҡ проекттар ҙа байтаҡ.
Фото: Министерство внешнеэкономических связей и конгрессной деятельности Республики Башкортостан.