Менәүәрә ЛАТИПОВА 1927 йылда Көсәкәй ауылында тыуа. Хеҙмәт юлын һуғыш йылдарында ауыл советында секретарь ярҙамсыһы булып башлай. 1950 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә һәм уны тамамлағас, Ҡалманбаш мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 41 йыл педагогик стажға эйә мәғәриф һәм тыл ветераны.
Имән
Имән бит ул бик ныҡ тора,
Елүдауылға бирешмәй.
Ҡартайыу һәм һыҡраныуҙыр
Уға һис тә килешмәй.
Имән бит ул бик ныҡ тора,
Тирә-яғы йәшеллек.
Мосафирҙы ял иттерә —
Был бит ниндәй ғәҙеллек!?
Юл күрһәтә үткәндәргә,
Елберҙәй япраҡтары.
Ҡыуаналар шуға күрә —
Гел уңа сәфәрҙәре.
Имән кеүек ныҡ булайыҡ,
Изгелектәр теләйек.
Был донъяның матурлығын,
Рәхәтлеген беләйек.
Тыуған нигеҙ
Тыуан нигеҙ бик ҡәҙерле —
Быны барыбыҙ белә.
Сит ерҙәрҙә йөрөһәк тә
Ҡайтаһы килеп тора.
Ташламайыҡ беҙ нигеҙҙе —
Ул бит илебеҙ ташы.
Тыуған нигеҙҙән башлана
Тыуған илебеҙ башы.
Нигеҙебеҙ ныҡлы булһа
Илебеҙ тыныс булыр.
Тыныс илдә йәшәгәндә
Күңелгә шатлыҡ тулыр.
Ут һүнмәһен нигеҙҙәрҙә,
Яҡтырып, балҡып торһон.
Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә
Ҡәҙерен уның белһен.
Рәхмәт, Аллаһ!
Сәс ағарҙы, күҙҙәр тоноҡланды,
Ауыҙымда теш тә ҡалманы.
Зиһен тарҡау, тәндә көс самалы,
Шөкөр, Аллаһ телде алманы.
Ә йөрәк һуң, йөрәк? Йәп-йәш әле!
Сапҡан аттай алға һикерә.
Ярһый-ярһый алға саба-саба
Төп йортҡа ла илтеп еткерә.
Барһы ҡала бында: яҡты донъя,
Йыйылышып ҡала балалар.
Беҙ был ергә килгән ҡунаҡ ҡына,
Барыһы ла шунда баралар.
Донъя матур, тормош шау сәскәлә,
Матур ҡоштар һайрай тирәктә.
Шөкөр, Аллаһ, оҙон ғүмер бирҙең,
Оҙаҡ йәшәнем бит ҡунаҡта.
Унда барғас фәрештәләр минән
Һорау алыр өсөн килерҙәр.
Ләә илләһә илла Аллаһу, тиһәм
Нисек йәшәгәнде белерҙәр,
Бәлки шунан мине һөйә-һөйә
Ожмахтан да урын бирерҙәр.