Зоопаркта фил үлгән. Ҡарауылсы илап ултыра.
– Ниңә илайһың, – тип һорайҙар унан. – Ныҡ ярата инеңме ни?
– Юҡ, миңә ҡәбер ҡаҙырға ҡуштылар.
* * *
Ике ҡатын һөйләшә:
– Улып үҫкән һайын миңә нығыраҡ оҡшай бара.
– Үтә ҡайғырма, ирҙәр өсөн тышҡы ҡиәфәт мөһим түгел ул.
* * *
Әсәһе ҡыҙын табипҡа алып килә.
– Нимә эшләргә лә белмәйем, баламдың һәр ваҡыт ауыҙы йырыҡ, күҙҙәре аҡайып тора.
– Ә һеҙ уның сәсен йомшағыраҡ итеп үреп ҡарағыҙ.
* * *
– Егеттәр, кисә алтын балыҡ тоттом!
– Кит инде, ентекләберәк һөйлә әле.
– Нимәһен һөйләргә уның? Ҡылсығы күп, тәме әллә ни түгел.