Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Август 2024, 14:00

Ҡаза аяҡ аҫтында: Малайҙың ҡорһағына велосипед руле ҡаҙалған

12 йәшлек баланы Республика балалар клиник дауаханаһы хирургтары ҡотҡара.

Ҡаза аяҡ аҫтында: Малайҙың ҡорһағына велосипед руле ҡаҙалғанҠаза аяҡ аҫтында: Малайҙың ҡорһағына велосипед руле ҡаҙалған
Ҡаза аяҡ аҫтында: Малайҙың ҡорһағына велосипед руле ҡаҙалған

Билдәле булыуынса, 12 йәшлек малай велосипедта йөрөгәндә уңышһыҙ ҡолаған: һаҡлағыс резина япмаһы булмаған рулдең өҫтөнә генә барып төшкән. Руль уның эсенә инеп киткән.

Малай үҙ аллы аяҡҡа баҫып, рулде эсенән тартып сығара. Әммә руль менән бергә эсәге лә килеп сыға...

Республика балалар клиник дауаханаһында балаға ашығыс рәүештә операция яһайҙар. Операция ике сәғәттән ашыу дауам итә.

- Әлеге ваҡытта малай дауахананың хирургия бүлегендә дауалана һәм үҙен яҡшы тоя, уның ғүмеренә бер нәмә лә янамай, - тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Аллаға шөкөр!

Фото: Айрат Рәхмәтуллиндың телеграм-каналы.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас