– Официант! Артығыраҡ тейәнем шикелле, миңә айныта торған берәй нәмә килтерегеҙ әле.
– Рәхим итегеҙ, бына һеҙҙең иҫәп ҡағыҙы.
* * *
– Вәли, ҡатының ҡайҙа?
– Ихатала, утын яра.
– Килешкән эш түгел инде улай – ҡатының утын яра, һин гармун тартып ултыраһың...
– Нимә эшләйем һуң, ул бит гармунда уйнай белмәй.
* * *
– Табип әфәнде, зинһар мине тикшерегеҙ әле...
– Әлбиттә, әлбиттә. Сисенегеҙ. Сисендегеҙме? Ә хәҙер кире кейенегеҙ!
– Ниңә кейенергә? Һеҙ бит мине ҡараманығыҙ!
– Һеҙ минең әйткәнде яҡшы ишетәһегеҙ, тимәк барыһы ла һәйбәт. Мин бит ЛОР табип.
* * *
Беҙҙең илдә генә кешеләр бер яҡлы хәрәкәтле юлдан сыҡҡанда ике яҡты ла ҡарап ала.