Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Август 2024, 11:45

Фажиғә: Яҡташтарыбыҙ юлда һәләк булған...

12 августа М-7 трассаһында Яр Саллы янында авария була: "Форд" водителе ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм "Ситрак" фургоны менән бәрелешә. Татарстан дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, еңел автомобиль водителе руль артында йоҡлап китеүе ихтимал.

Фажиғә: Яҡташтарыбыҙ юлда һәләк булған...Фажиғә: Яҡташтарыбыҙ юлда һәләк булған...
Фажиғә: Яҡташтарыбыҙ юлда һәләк булған...

"На земле Салавата" баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Салауат районынан бер ғаилә Мәскәүҙән сәйәхәттән ҡайтып килгән булған. Аварияла Гусевка ауылынан 42 йәшлек Сергей Чертов һәм уның ҡәйнәһе - күп йылдар социаль хеҙмәткәр булып эшләгән Любовь Юдина һәләк була. Водителдең ҡатыны ауыр хәлдә дауаханала ята. Уларҙың ете айлыҡ балаһы ла ауыр йәрәхәтләнгән, ул реанимацияла. Алда ултырған өлкән улдары еңелсә йәрәхәтләнгән.

Фото: Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас