35 йәшлек ҡатын ВАЗ-2114 автомобилен интернет аша һатырға ниәтләй. Иғлан ҡуйғас, автомобилде тикшереп ҡарау өсөн осрашырға тәҡдим итеп шылтыраталар. Осрашыу урынында уны өс үҫмер ҡаршы ала, улар үҙҙәренең ағаһы өсөн машина һайлап алыуҙарын белдерә. Транспорт сараһын тиҙ генә ҡарап сыҡҡас, йәш һатып алыусыларҙың береһе машина өсөн 180 мең һум аҡса алыу өсөн хужабикәне банкоматҡа оҙатырға тәҡдим итә. Үҫмерҙәрҙең намыҫлы булыуына ышанып, ҡатын машинаны асҡыстары менән бергә ҡалдыра ла, банкоматҡа юллана. Әммә аҡса алыу процесы ҡатмарлашты, тип, үҫмер банкоматтан аҡса алмағас, ҡатын машинаһын ҡалдырған ергә кире килә, тик унда автомобилде тапмай. Ҡатын шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә урланған "ВАЗ-2114" машинаһын эҙләп табалар. Руль артында күрше төбәктә йәшәгән 14 йәшлек үҫмер була (ул Иглин районына өләсәһенә килгән). Бер аҙна элек уның шундай уҡ енәйәт ҡылғаны асыҡлана.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 166-сы статьяһына ярашлы транспорт сараһын урлау факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәт деталдәрен һәм башҡа ҡатнашыусыларҙы асыҡлау өсөн бөтә кәрәкле тикшереү эштәре үткәрелә.
Фото һәм видео: БР ДАИ.