Абдуллин Сөләймән Әйүп улы (15 август 1928 йыл — 11 март 2002 йыл) — башҡорт йырсыһы, халыҡ йырҙарын башҡарыусы, 1948—1974 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм концерт бригадаһы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986).
Сөләймән Абдуллин 1928 йылдың 15 авгусында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы) Үтәғол ауылында тыуған.
Юлай Кәримов фотоһы.