Тәфтишселәр асыҡлауынса, 2022 йылдың көҙөндә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 39 йәшлек кешеһе, язаны холоҡ төҙәтеү учреждениеһында үтәп ҡайтҡас, криминаль традициялар нигеҙендә енәйәт иерархияһында юғары вазифа биләүсе кеше тип таныла.
Фигурант, үҙенә беркетелгән криминаль йоғонто зонаһында - Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике ойошҡан енәйәт төркөмө ойоштора. Беренсе төркөм составына башлыса спорт менән шөғөлләнеүсе йәш, эшкә урынлашмаған 10 кеше инә, ә икенсе төркөм составына - бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән, криминаль өлкәлә тәжрибәһе күберәк булған өлкән йәштәге дүрт ир-егет. Енәйәт планына ярашлы, төркөмдәр наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән шөғөлләнеүҙә шикләнелгән кешеләрҙе эҙләй һәм уларға һөжүм итә, көс ҡулланып һәм үлтереү менән янап, аҡса һәм башҡа мөлкәтте талай. Енәйәт төркөмдәре төрлө ҡорал, шулай уҡ автомобилдәр менән тәьмин ителгән була.
2022 йылдың көҙөнән 2023 йылдың яҙына тиклем уларҙың енәйәт эштәре һөҙөмтәһендә бөтәһе 13 кеше зыян күрә. 2022 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында ғәйепләнеүселәр Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсенән 600 мең һумдан ашыу аҡса талап итә, уны кредит алырға, шулай уҡ үҙ автомобилен һатырға һәм аҡсаһын уларға тапшырырға күндерә, шунан һуң фатирын енәйәтселәрҙең береһенең ҡатынына бүләк итеүҙе талап итә. Зыян күреүсе енәйәтселәргә 700 мең һумдан ашыу аҡса тапшыра һәм үҙенең фатирын бүләк итә, шунан һуң ғына полицияға килә.
Енәйәт төркөмөнөң эшмәкәрлеге 2023 йылдың яҙында енәйәтте тикшереү оперативниктары тарафынан туҡтатыла, ә уның ҡатнашыусылары ҡулға алына, һуңынан материалдар Тәфтиш комитетына тапшырыла. Енәйәт эшен тикшереү бик күп фигуранттар һәм зыян күреүселәр, шулай уҡ енәйәт эшмәкәрлеге эпизодтары менән бәйле булғас, айырыуса ҡатмарлы була. Енәйәт эше 63 томды тәшкил итә. Хөкөмдөң үтәлешен тәьмин итеү һәм килтерелгән зыянды ҡаплау маҡсатында ғәйепләнеүселәрҙең күсемле һәм күсемһеҙ мөлкәтенә арест һалынған. Яҡын арала енәйәт эше республиканың Юғары судына ҡарау өсөн ебәреләсәк.
Фото: БР Тәфтиш комитеты.