Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Август 2024, 05:30

Бөгөн - Виктор Цойҙы иҫкә алыу көнө

Корея-рус сығышлы совет рок-музыканты, йырҙар авторы, шағир, рәссам һәм актер 1962 йылдың 21 июнендә Ленинградта тыуған. Виктор Робертович - "Кино" рок-төркөмөнә нигеҙ һалыусы һәм лидеры, шулай уҡ үҙ дәүеренең символы һәм миллионлаған кумиры булып тора. 15 август бар "киношникатар өсөн бик ауыр көн - 34 йыл элек, 1990 йылда тап ошо мәлдә Латвия ССР-ының Тукумс ҡалаһы янында Виктор Цой һәләк булған. "Кино" төркөмө йырҙарын тыңлайығыҙмы? Фекерҙәр көтәбеҙ.

Бөгөн - Виктор Цойҙы иҫкә алыу көнөБөгөн - Виктор Цойҙы иҫкә алыу көнө
Бөгөн - Виктор Цойҙы иҫкә алыу көнө

Түбәндә Виктор Цой тураһында яҙҙыҡ:
- Уның музыкаль белеме булмаған, үҙаллы уҡый.
70-се йылдар уртаһында Цой шулай уҡ сәнғәт мәктәбендә уҡый. Был ваҡытта ул «Палата № 6» төркөмөнөң бас-гитарасыһы була. 1977 йылда буласаҡ музыкант Серов исемендәге художество училищеһында белем алам, шулай ҙа тиҙҙән ҡыуыла. Артабан Цой профессиональ-техник училищела уҡый, унда ағас һырлау менән шөғөлләнә. 
- 1981 йылдың йәйендә ул дуҫтары менән  «Гарин һәм Гиперболоидтар» төркөмөн ойоштора, көҙөн ул Ленинград рок-клубы ағзаһы итеп ҡабул ителә. Тиҙҙән төркөм исеме «Кино» тип үҙгәртелә.
-  Бер йылдан һуң йәш музыканттар "45" дебют альбомын сығара. Цой һәм "Кино" төркөмөнөң дискографияһында бөтәһе 8 альбом бар, Уларҙа «Последний герой», «Алюминиевые огурцы», «Мама Анархия», «Видели ночь», «Группа крови», «Звезда по имени Солнце»  һәм башҡа бик күп билдәле йырҙар бар. 
- Виктор йырҙар яҙып ҡына ҡалмай, кинола ла төшә. Улар - "Яхха!", "Асса" картиналары. Ә «Игла» фильмында музыкант төп ролде — Мороны уйнай.

- 1990 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә "Лужники" стадионында "Кино" төркөмөнөң һуңғы концерты була. 62 мең кеше Цойҙы һәм уның иптәштәрен аяҡ өҫтө баҫып сәләмләй һәм уның менән бергә йырлай. Махсус салют ойошторола һәм Олимпия факелы ҡабыҙыла. Стадионда шатланған тамашасылар Цойҙы һуңғы тапҡыр күргәндәрен күҙ алдына ла килтерә алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Беҙҙең Ҡояш исемле Йондоҙ" был донъянан бик иртә китә - 1990 йылдың 15 авгусында автоһәләкәткә осрай. Фажиғәле көнгә тиклем ике айҙан да кәмерәк ваҡыт эсендә Викторға 28 йәш тулған була...

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас