Унда бөтәһе дүрт команда ҡатнашты. Былтырғы ярыштарҙа еңеү яулаған Ҡаҙағстандан Ҡустанай ҡалаһы командаһы быйыл ярымфиналда ла һынатманы. Иртәгә улар Башҡортостан командаһы менән беренселек өсөн көрәшәсәк.
-- Беҙҙең командала бөтәһе 12 кеше. "Ылаҡ" уйыны беҙҙә бик популяр. Борон-борондан килә ул, беҙҙең олотайҙар, атайҙар уйнаған. Мин үҙем дә бала саҡтан шөғөлләнәм. Бик оҡшай. Төрлө фестивалдәрҙә, турнирҙарҙа ҡатнашабыҙ. Былтыр "Башҡорт аты"на килдек, бик оҡшаны,-- ти 25 йәшлек Аблайхан Журсин.
Фото: Автор фотоһы