Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Август 2024, 07:00

Һыу бирешергә теләмәй...

Кем унда "яу-яу, ямғырым, ҡара тәкә һуйырмын", тип үтә тырышып вәғәҙәләп ташланы икән?! Ямғыр туҡтарға уйламай бит, йәмәғәт... Ҡыҫҡаһы, ямғыр ташҡынына бәйле яңылыҡтар менән уртаҡлашыуҙы дауам итәбеҙ.

Һыу бирешергә теләмәй...Һыу бирешергә теләмәй...
Һыу бирешергә теләмәй...

Һыу кимәле арта. Мәҫәлән, 

- Инйәр йылғаһында Баҫыутамаҡ ауылында - тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы + 63 см, ағымдағы кимәле 190 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығышы 357 см;

- Инйәр йылғаһында Асы ауылында  - + 57 см, ағымдағы кимәле 150 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 369 см;

- Ишембай ҡалаһында Ағиҙел йылғаһында тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы + 47 см, ағымдағы кимәле 208 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 415 см;

- Салауат ҡалаһында Ағиҙел йылғаһында тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы + 35 см, ағымдағы кимәле 325 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығышы 453 см.

Республикалағы һыуһаҡлағыстар мониторингы дауам итә. Хәл контролдә, тип хәбәр итә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

 

Һыу бирешергә теләмәй...
Һыу бирешергә теләмәй...
Һыу бирешергә теләмәй...
Һыу бирешергә теләмәй...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас