Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Август 2024, 21:30

Йәшелсә менән организмды таҙартайыҡ

Әле  йәшелсә-емештәрҙең  өлгәргән иң һутлы сағы.  Ошо мәлдән файҙаланып ҡалайыҡ. Улар менән организмды төрлө зарарлы матдәнән таҙарта.

Йәшелсә менән организмды таҙартайыҡ
Йәшелсә менән организмды таҙартайыҡ

    Ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң составында аҙыҡ-түлектең “хәрәкәтен” еңеләйтеүсе һәм эсәктәге ”насар” бактерияларҙы юҡҡа сығарыусы  күҙәнәкле  туҡыма, фосфор, баҡыр, С витамины һәм төрлө органик кислота  бар. Икенсенән, сөгөлдөрҙәге  липотроп  матдә – “бетаин”   бауырға токсиндарҙан  ҡотолорға ярҙам итә. Өсөнсөнән, был йәшелсәләге  фолий кислотаһы организмды йәшәртә, яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килә, тире, сәс һәм тырнаҡтарҙың торошо яҡшыра.  Сөгөлдөрҙө бешереп салат итеп йәиһә борщҡа ҡушып ашарға мөмкин.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: