Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Август 2024, 18:00

Стәрлетамаҡ ҡалаһының талантлы уҡытыусыһы Гөлфиә Ноғоманова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" пректы тәҡдим итә:  

Стәрлетамаҡ ҡалаһының талантлы уҡытыусыһы Гөлфиә Ноғоманова ижадынан бер шәлкемСтәрлетамаҡ ҡалаһының талантлы уҡытыусыһы Гөлфиә Ноғоманова ижадынан бер шәлкем
Стәрлетамаҡ ҡалаһының талантлы уҡытыусыһы Гөлфиә Ноғоманова ижадынан бер шәлкем

Гөлфиә НОҒОМАНОВА Белорет районының Йөйәк ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Стәрлетамаҡ педагогия академияһына уҡығанда “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәгенең, ҡала мәҙәниәт һарайындағы “Ҡомартҡы” фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы була. Әлеге көндә юғары квалификациялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжында эшләй.

Бәхетле иттең мине
Күҙҙәреңдәге осҡондар
Әсир итә көн һайын.
Йөрәккәйем осона,
Гүйә, елдәге ҡайын.
Елдә тибрәгән япраҡтай,
Тәнемдә һәр күҙәнәк.
Күңелдә ҡанат йәйә
Меңәрләгән күбәләк.
Күбәләк ҡанаттарынан
Ҡойона донъя нурға.
Шул донъя алиһәһемен,
Тиңдәш кеүекмен айға.
Хистәреңдән таж үрҙең дә
Алиһә иттең мине.
Тәхет яһап наҙҙарыңдан
Бәхетле иттең мине!

Башҡортостаным
Башым сөйөп, ғорур ғына,
Илкәйемде иңләйем.
Ватанҡайым – Башҡортостан,
Булмышыма тиңләйем.
Йылға, шишмә, сығанағың –
Йөрәк аша үткән ал ҡаным!
Ағастарың, урмандарың,
Гүйә, ҡалын толомдарым!
Йәйрәп ятҡан күлкәйҙәрең –
Нурын сәскән күҙҙәрем!
Далалағы ҡылғандарың –
Күҙ өҫтөндәге ҡашым!
Атайсалым – һин тарихым,
Тыуған ил – ғорурлығым!
Тыуған йортом – оло ҡәлғәм,
Дан ағасы – шәжәрәм!
Оло Донъя картаһында
Илем, гүйә, еҙ ҡалҡан.
Ҙур булһа ла Ер шары,
Бер генә Башҡортостан!

Ай тыуғанда...
Яңы ай тыуһа кистәрен,
Күңел ашҡына, йәнем.
Күҙ нурыңда наҙланырға
Тартыла һиңә йәнем.
Ай тыуғанда күңелдәрҙе,
Елкендерә һинең наҙ.
Йыһанға серлелек бөркә,
Һүнмәҫ тойғо, бөтмәҫ наҙ.
Ҡулдарыңдың йылыһына,
Көнләшкәндәй хатта ай.
Сәғәт, ваҡыт та һаналмай...
Үтә эңер ҡағылмай.
Шулай айҙар тыуып торһон,
Яңы шатлыҡҡа күмһен.
Йыһанға ашһын мөхәббәт,
Ялҡыны һүрелмәһен!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас