Йырсыларҙың Мысырҙа ял итеүҙәре хаҡында яҙған инек. Ләкин уларҙың кәйефтәре шәптән түгел. Сөнки улар ауырып киткән. Гөлназ үҙен кисәнән бирле насар тоя.
– Минең һәр ваҡыттағыса инде. Эсем ауырта. Күңелем болғана. Мажараларһыҙ йөрөй алмайбыҙ инде. Температурам 38,5. Нимесил менән генә төшөрә алдым. Вилдандың да эсе ауырта. Ярай инде уның температураһы юҡ буғай, – ти ул.