Ике егет ҡыҙҙарға ҡунаҡҡа килә. Береһе:
– Ғәфү итегеҙ, һеҙҙең өй тәпешкәләре юҡмы?
– Бар, рәхим итегеҙ, – һәм ҡыҙ икенсе егеткә мөрәжәғәт итә. – Һеҙгә лә кәрәкме?
– Юҡ, рәхмәт, минең ойоҡбаштарым тишек түгел.
* * *
– Ҡатын-ҡыҙҙарҙың торлағы ир-егеттәрҙекенән нимәһе менән айырыла?
– Ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡында һауыт-һабаны – ашағандан һуң, ә ир-егеттәрҙекендә ашар алдынан йыуалар.
* * *
Бер малай буш бау һөйрәп китеп бара икән. Үтеп барыусы:
– Ниңә һөйрәп бараһың уны?
– Этеп ҡараным, килеп сыҡмай.
* * *
– Алло!!! Тиҙерәк килегеҙ! Янам!
– Һеҙгә нисек барырға һуң?
– Бөтөнләй аҡылдан яҙҙығыҙмы әллә? Ҡыҙыл машинағыҙ бар бит!