Алдан парлап әҙерләнгән 3 литрлы банкаға бер һабаҡ башлы укроп, мул ғына итеп петрушка, ҡарағат япрағы, әҙерәк һабағы ла булһын, 2 – 3 тырнаҡ һарымһаҡ, бер аҙ керән турап һалып, вағыраҡ помидорҙарҙы тултырырға. Шунан өҫтөнә рассол яһап ҡойорға.
Рассол өсөн: өс литрлы банка тулғансы яҡынса 1,5 литр һыу кәрәк, уға өс ҡалаҡ тоҙ һалып болғатырға ла, помидорлы банкаға ҡойорға. Шунан тағы бер аҙ петрушка, ҡарағат япрағы, укроп һабағы һалырға. Һыу кәрәкһә, тағы өҫтәргә. Горчица бөртөктәре һалырға һәм капрон ҡапҡас ябып, банканы иркенерәк һауытҡа ултыртып, тоҙланырға ҡуйырға. Бер аҙҙан рассолы артасаҡ. банканан сыҡҡанын түгеп, теләк буйынса ныҡлы ҡапҡас ябып, һалҡынса урынға ҡуйырға. Ете-һигеҙ көндән тоҙло помидор әҙер була.