Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Августа 2024, 10:00

Саҡмағош районының талантлы уҡытыусыһы Руниза Дауытова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Саҡмағош районының талантлы уҡытыусыһы Руниза Дауытова ижадынан бер шәлкемСаҡмағош районының талантлы уҡытыусыһы Руниза Дауытова ижадынан бер шәлкем
Саҡмағош районының талантлы уҡытыусыһы Руниза Дауытова ижадынан бер шәлкем

Руниза ДАУЫТОВА 1958 йылдың 1 майында Ҡалмашбаш ауылында тыуа. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Бүздәк районында башлай. Артабан Ҡалмашбаш, Иҫке Ҡалмаш мәктәптәрендә татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡыта. Мәғариф отличнигы, “Ижад шишмәһе” әҙәби түңәрәге етәксеһе.

Ғүмер сәйләндәре
Ынйы-мәрйендәрҙән генә теҙәм
Сәскә атҡан яңы көнөмдө.
Әйтелмәйсә ҡалған һүҙҙәремдән
Аңларһыңмы икән һин мине?
Аңларһыңмы мине, аңларһыңмы
Йырҙар аша һиңә юлланһам?
Яҙғы ләйсән ямғыр тамсыларын
Йөрәк моңдарына ураһам?
Ғүмер сәйләндәрем өҙөлдө лә,
Берәм-берәм ергә һибелде.
Янып торған йәшәү дәрте менән
Сәйләндәрем ҡабат теҙелде...
Сәйлән менән сигәм, биҙәй-биҙәй,
Матур итеп сигәм яҙмышты.
Моңдар менән нағышлайым әле
Күңелдәге моңһоу һағышты.

Йылы һүҙҙәр кәрәк
Яраланың керһеҙ күңелемде,
Гүйә утлы хәнйәр ҡаҙаныңю
Ҡан һарҡырай янған йөрәгемдән,
Хистәремде ергә тапаның.
Йөрәгемә хәнйәр ҡаҙаның да
Үҙең киттең йыраҡ-йыраҡҡа.
Әллә киттең ваҡытлыса ғына,
Әллә киттең оҙаҡ-оҙаҡҡа?
Ҡалдым тәрән яраларым менән,
Төҙәлерме икән бер заман?
Күңелемдән һине юялмайым —
Ошоноһо инде бик яман.
Гөлдәр һыуға мохтаж булған кеүек
Йылы һүҙҙәр кәрәк күңелгә.
Араларға ваҡыт аяҡ салһа,
Тура килер күпме түҙергә?
Мин ғорурмын, мәғрүр ҡая кеүек,
Бирешмәйем заман еленә.
Шат йылмайып, ҡояш нурын бөркөп,
Үтеп керһә күңел түренә.

Йәшлектә ҡалам
Ҡартлығым ишек шаҡыны,
Уйланым мин асмаҫҡа:
Ниңә әле шаян булып,
Унан алыҫ ҡасмаҫҡа?
Йәшлек дәртен юғалтмайым,
Төҫтө лә ташламайым.
Ҡартайырға ваҡытым юҡ —
Йырҙар яҙа башлайым.
Һөйөү тураһында яҙам,
Дан йырлайым йәшлеккә.
Ҡартайһындар теләгәндәр,
Мин ҡаламын йәшлектә!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас