«Дим» мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә (М. Йәлил урамы яғынан) махсус контейнер ҡуйыласаҡ.
Нимә тапшырырға мөмкин?
- ниндәй булһа ла батарейкалар;
- электрон техника аккумуляторҙары;
- пауэрбанктар;
- кеҫә телефондары һәм башҡа мобиль электроника.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ток сығанағы элементтарын сәғәт 12-нән 16:00 сәғәткә тиклем үлсәйҙәр.
Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә:
- 14 йәшкә тиклемге өфөләр;
- 14 йәштән өлкән өфөләр;
- идарасы компаниялар;
- күп фатирлы йорттар советтары;
- предприятие хеҙмәткәрҙәре;
- мәғариф учреждениелары.
30 авгусҡа тиклем еңеүселәр иғлан ителәсәк. «Дим» паркында ойоштороласаҡ байрам сараһында уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Конкурс положениеһы — ошонда: vk.cc/cz8dY4.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Фото: https://vk.com/anlatabiz102