Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Августа 2024, 13:00

Һағыҙаҡ саҡһа...

Һағыҙаҡ сағыуы бал ҡорто сағыуына ҡарағанда ла ауырыраҡ.  Тешләнгән урын түҙер торғоһоҙ итеп ауырта, әсетә, һуңынан бер аҙ ҡыҙарып, шешеп сыға.

Һағыҙаҡ саҡһа...Һағыҙаҡ саҡһа...
Һағыҙаҡ саҡһа...

   Ғәмәлдә, аллергик булмаһағыҙ, һағыҙаҡ сағыуҙың бер ҙә ҡурҡынысы юҡ.  Ә инде тын етмәү, температура күтәрелеү, күңел болғаныу, тән тартышыу, аңды юғалтыу кеүек билдәләре барлыҡҡа килһә, мөмкин тиклем тиҙерәк «Ашығыс ярҙам» саҡыртығыҙ.

Һағыҙаҡ саҡҡанда беренсе ярҙам саралары:

  • Ҡул аҫтында булған аллергияға ҡаршы дарыуҙы эсергә;
  • Тешләнгән урынды шулай уҡ ҡул аҫтында булған саралар ( нашатыр спирты, йод иретмәһе йәки һыу менән ҡушылған йод) менән эшкәртергә. Ағыуҙы һығырға ярамай, ҡанға инфекция индереүегеҙ ихтимал.
  • Шешен кәметеү өсөн һағыҙаҡ саҡҡан урынға боҙ киҫәге йә берәй һыуыҡ әйбер һалырға кәрәк.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас