Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Августа 2024, 08:30

Ямғыр зарлата ғына халыҡты...

"Бесән эшләп булмай", "картуф серей", "мал йонсой", тигән зарланыуҙарға "юлдар йыуыла", "күперҙәр аға" тигән хафаланыуҙар өҫтәлә... Быйылғы йәй шулай илаҡ, көйһөҙ, һыуыҡ булараҡ тарихҡа инә.  Ямғыр ташҡынына бәйле яңылыҡтар менән уртаҡлашыуҙы дауам итәбеҙ.

Ямғыр зарлата ғына халыҡты...Ямғыр зарлата ғына халыҡты...
Ямғыр зарлата ғына халыҡты...

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, 2024 йылдың 12 авгусында иртәнге сәғәт 9-ға республикалағы һыуһаҡлағыстарҙа һәм йылғаларҙа һыу кимәленең яйлап түбәнәйеүе күҙәтелә.

Мәҫәлән, тәүлек эсендә:

- Бөрө ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһында - 32 см;

- Салауат һәм Ишембай ҡалалары янында Ағиҙел йылғаһында - 27 см;

- Өфө ҡалаһының Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле 11 см түбәнәйгән. 

Республикалағы һыуһаҡлағыстарҙың мониторингы дауам итә.

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Ямғыр зарлата ғына халыҡты...
Ямғыр зарлата ғына халыҡты...
Ямғыр зарлата ғына халыҡты...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас