Ғәлиә ҒӘЛИӘСКӘРОВА 1945 йылдың 13 сентябрендә Ауырғазы районының Балыҡлыкүл ауылында тыуа. Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, хеҙмәт юлын ауыл мәктәбендә башлай. Артабан үҙе белем алған институтта – китапханасы, 17-се ҡала мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Дүрт китап авторы, хеҙмәт ветераны.
Томбойоҡ
Һыу өҫтөндә томбойоҡ
Ултыра һәр саҡ ойоп.
Китер ҙә ине ағып,
Тотоп тора һабағы.
Һабағын өҙөр ине,
Алыҫҡа йөҙөр ине.
Шуныһы бар – һабаҡһыҙ
Йәшәргә ул яраҡһыҙ.
Мин дә уны өҙмәйем,
Ситтән генә күҙләйем.
Ҡарамай ул моңланып,
Ултыра бит нурланып!
Йәй – ҡунаҡ
Баҡсам гөл-сәскә ине,
Балаҫтай аллы-гөллө.
Көҙ етеүгә һулыны –
Ул шундай уҫал елле.
Көрттәрҙә бейей буран,
Аҡ ҡар яулығын болғап.
Тәҙрә төбөм шау сәскә –
Ултырмала йәй – ҡунаҡ.
Ямғыр
Ел болоттарҙы ҡыуҙы –
Шыбырлап ямғыр ҡойҙо,
Көнө буйы туҡтамай,
Ҡара ер өҫтөн йыуҙы.
Арыны ямғыр ҡойоп,
Ер ҡалды дымға туйып.
Йәмләне ямғыр ерҙе –
Йәшел үләнгә төрҙө!