Шуға күрә ДОСААФ тәҡдим иткән РФ Ҡораллы көстәре сафтарына контрактсыларҙы йәлеп итергә ярҙам итеүсе активистарға яңы социаль ярҙам сараһын республика күтәреп алды. Был проект “Рекрут” тип атала.
Активистар бөтә республика буйлап йөрөп, кешеләр менән осраша, агитация-аңлатыу эштәре алып бара. Быларҙың барыһын да улар шәхси ваҡытын бүлеп, ғаиләһенән айырылып, үҙ иҫәбенә башҡара. Бындай кешелергә ярҙам күрһәтеү эште у көсәйтергә һәм сифатын күтәрергә булышлыҡ итәсәк.
«Рекрут» проектында һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн хәрби контракт төҙөргә теләге булған кешене табып, уның менән ДОСААФ-тың иң яҡын бүлегенә килергә, һуңынан хәрби комиссариатҡа оҙатырға кәрәк. Һеҙҙең кандидат хәрби часҡа барып етеү менән, һеҙ 50 мең һум аҡса аласаҡһығыҙ. Енетеклерәк Ситуация үҙәгенең номерына +7 (347) 218-19-19 шылтыратып белергә була.