Өфө ҡалаһында 86 йәшлек пенсионер 9-сы полиция бүлегенә мөрәжәғәт иткән. Ул үҙенең нисек итеп мутлашыусылар ҡулына эләгеүе тураһында һөйләгән. Пенсионерға ниндәйҙер билдәһеҙ кеше шылтыратҡан һәм уның өйҙә һаҡланған аҡсаһына ҡурҡыныс янауы һәм тиҙ арала ҡотҡарырға кәрәклеге тураһында хәбәр иткән. Оло кеше был һүҙҙәргә ышанып, ризалашҡан, курьерға 490 мең һумдан ашыу аҡсаһын биреп ебәргән.
Салауат ҡалаһынан 64 йәшлек ҡатын да мутлашыусылар тоҙағына эләккән. Уның һөйләүенсә, тәүҙә уға йәнәһе пенсия фонды хеҙмәткәре шылтыратҡан, һуңынан банк менеджеры. Шылтыратыусылар күрһәтмәһе буйынса ул үҙенең йыйған 245 мең һум аҡсаһын аферистар күрһәткән иҫәпкә күсергән.
Өфө ҡалаһының 8-се полиция бүлегенә шулай уҡ 64 йәшлек пенсионер мәрәжәғәт иткән. Уға инвестиция компанияһынан тип шылтыратҡандар һәм йыйған аҡсаһын күбәйтергә тәҡдим иткәндәр. Ҡатын тәҡдимгә ризалашып, улар әйткән номерға 9,5 мең һум аҡсаһын күсергән. Әммә шунан шылтыратыусы ла, аҡсалары ла юҡҡа сыҡҡан.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.