Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Август 2024, 05:32

Малайҙар юғалған

Иглин районында урманда аҙашҡан ике малайҙы эҙләйҙәр. 

Малайҙар юғалғанМалайҙар юғалған
Малайҙар юғалған

  Был хаҡта   «Лиза Алерт Башкортостан» эҙәрмәндәр отрядының Бәйләнештәге сәхифәһендә хәбәр ителә.  

14 йәшлек Айбулат Шәйхисламов менән 13 йәшлек Даниил Романов 10 августа Иглин районының Оло Ҡарамалы  ауылы янында урманда аҙашҡан. 

  Даниила Романовтың буйы   160 см, уртаса кәүҙәле, сәстәре аҡһыл һоро, күҙҙәре һоро төҫтә. Өҫтөнә ҡарар төҫтә спорт костюмы, аяғына ҡара-ҡыҙыл төҫтә кроссовки кейгән.  

Айбулат Шәйхисламовтәң буйы    150 см, ҡаҡса, сәстәре аҡһыл һоро төҫтә, күҙҙәре һоро.  Өҫтәнә ҡара фуктболка, йәшел камуфляж ыштан, аяғына ҡара күк төҫтә галош, башына ҡара кепка кейгән. 

«Һәр мәғлүмәтте   88007005452 йәки 112 телефон һандарына хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ», — тиелә эҙәрмәндәр отрядының иғланында.

Фото:Башинформ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас