Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Августа 2024, 05:00

“Гуманитарканы тапшырҙыҡ, егеттәр менән осраштыҡ...”

Башҡортостан муниципалитеттары етәкселәре махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам алып барыуын дауам итә.

“Гуманитарканы тапшырҙыҡ, егеттәр менән осраштыҡ...”“Гуманитарканы тапшырҙыҡ, егеттәр менән осраштыҡ...”
“Гуманитарканы тапшырҙыҡ, егеттәр менән осраштыҡ...”

Шишмә районы башлығы Ришат Мансуров та район халҡы йыйған гуманитар ылауҙы үҙе алып барышҡан һәм тапшырып, яҡташ яугирҙары менән осрашып ҡайтҡан.

Етәксе халыҡҡа ҙур рәхмәтен белдерә.

“Арыһаҡ та, башҡарған эшебеҙҙән ҡәнәғәтбеҙ. Гуманитарканы тапшырҙыҡ, яҡташтар менән осраштыҡ, ҡуйылған бурысты үтәнек”, – тип яҙғайны Ришат Мансуров социаль селтәрҙә. Улар ылауҙы 23 урынға бушатҡан, госпиталгә лә ингән. Унда “Катан” позывнойлы Шишмә егете ауыр йәрәхәт алып дауаланып ята, туғандарынан посылка алып барғандар.

Һәр яугирыбыҙ өсөн ғорурланып ҡайттыҡ, ти район башлығы.

Фото: Ришат Мансуров (vk.com)

 

“Гуманитарканы тапшырҙыҡ, егеттәр менән осраштыҡ...”
“Гуманитарканы тапшырҙыҡ, егеттәр менән осраштыҡ...”
“Гуманитарканы тапшырҙыҡ, егеттәр менән осраштыҡ...”
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас