Хикмәтле хикәйәт
Эҙләгәндә...
Бер ҙур китапхана янып киткән. Үкенескә, китаптарҙы ла һаҡлап ҡала алмағандар. Шулай ҙа бер генә ҡулъяҙма янып бөтмәгән. Уны көл араһынан табыуын-тапҡандар ҙа, ниңәлер берәү ҙә иғтибар итмәгән, арлы-бирле ҡалған әйберҙәр араһына, юҡ, хатта тағы ла төпкәрәк һалып, китап кибетенең мөйөшөнә ҡуйғандар ҙа онотҡандар.
Бер көндө кибеткә яңы хужа килгән. Ул иҫке-моҫҡонан ҡотолорға була, йәшниктәрҙе, ҡаптарҙы сығарып ташлаған. Теге ҡулъяҙма усаҡ тоҡандырырға йыйынған берәүҙең ҡулына килеп эләккән. Боронғо ҡағыҙ икәнен абайлаған ир уны уҡып ҡараһа, былай тип яҙылған икән: “Диңгеҙ буйында эҫе таш тапҡан кеше был донъяла теләгәненә ирешәсәк...”
Ир диңгеҙгә йүгергән. Ул һәр ташты ҡулына алып, берәм-һәрәм быраҡтырып йөрөй башлаған. Шулай көндәр, айҙар, йылдар үткән.
...Һәм бер көн уның ҡулы эҫе ташҡа тейеп бешә яҙған. Әммә ул, ғәҙәте буйынса, ташты алып ситкә ырғытҡан.
Беҙ ҙә көн һайын ниҙер эҙләйбеҙ, көтәбеҙ. Тик... тапҡаныбыҙҙы ғына аңламайбыҙ ҡайһы саҡ. Сөнки кеше табырға түгел, ә эҙләргә ғәҙәтләнгән шул...
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.