Был хаҡта "Башрегионспас" эҙәрмәндәр отрядының ирекмәндәре хәбәр итә. Ҡыҙҙың буйы яҡынса 160 см, ҡаҡсараҡ кәүҙәле, күҙҙәре йәшел, сәсе һоро төҫтә. Өҫтөнә ҡара бәйләнгән костюм, аяғына аҡ кроссвки кейгән. Кемдәр был ҡыҙ хаҡында нимә булһа ла белә, 112 телефонына хәбәр итеүегеҙ һорала.
Әйткәндәй, алда Иглин районынан ике малайҙың юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек, улар имен-һау табылған. Уларҙы ҙунарсы менән кинолог урманда тапҡан.