Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Август 2024, 12:00

Кедр сәтләүегенең файҙаһы нимәлә?

Был сәтләүектең организм өсөн файҙаһы бик ҙур. Атап әйткәндә...

Кедр сәтләүегенең файҙаһы нимәлә?Кедр сәтләүегенең файҙаһы нимәлә?
Кедр сәтләүегенең файҙаһы нимәлә?

 

  1. Иммун системаһын нығыта, ауырығандан    һәм физик көсөргәнештән һуң көс йыйырға ярҙам итә.
  2. Йөрәк-ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай, ҡан составын яҡшырта, холестериндың кәмеүенә булышлыҡ итә.
  3.  Онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү сараһы булып тора.
  4. Нервы системаһы эшмәкәрлеген көйләй,  стрестарҙан, йоҡоһоҙлоҡтан, депрессиянан арындырта.
  5. Кедр сәтләүеге баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшырта, аҡыл һәләтен үҫтерергә булышлыҡ итә.
  6. Ул бик яҡшы йод сығанағы булып тора, шунлыҡтан ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын дауалау һәм иҫкәртеү өсөн файҙалы.
  7. Аш эшкәртеү системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай һәм матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Үт ҡыуығында таш булғанда һәм сей яра ауырыуҙарынан кедр сәтләүегенә бал ҡушып ашарға кәңәш ителә.
  8. Кедр сәтләүеген даими ҡулланыу һөйәк туҡымаһын нығыта.
  9. Белгестәр ауырлы ҡатындарҙың туҡланыу рационына кедр сәтләүеген индерергә ҡуша.
  10. Уның балалар  һәм үҫмерҙәргә лә физик һәм аҡыл үҫеше өсөн файҙаһы ҙур. Шунлыҡтан белгестәр һөт тештәре төшә башлаған ваҡыттан алып балаларға даими рәүештә кедр сәтләүеге ашарға кәңәш итә. 

 

*** Кедр   сәтләүеге тирегә ыңғай тәьҫир итә.   Төрлө тире ауырыуына ҡаршы торорға ярҙам итә. 

*** Уны ир-егеттәргә лә йышыраҡ ашарға кәрәк, сөнки ирлек ҡеүәтен арттыра. 

*** Белгестәр кедр сәтләүеген артыҡ кәүҙә ауырлығы булған кешеләрҙең туҡланыу рационына индерергә кәңәш итә, сөнки ул аппетитты баҫа.

*** Кедр  сәтләүеге организмды йәшәртеү көсөнә эйә, ҡартайыу процесын тотҡарлай.    

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас