– Әсәй, туйыбыҙ үткәс тә ирем мине ҡулдарында ғына йөрөтәсәкмен, тип вәғәҙә бирҙе!
– Ышанма, балаҡайым. Туй үтеү менән машина ала һалығыҙ...
* * *
Ире ҡайҙалыр китергә йыйына: көҙгө алдында сәсен тарай, галстугын рәтләй.
– Ҡайҙа киттең? – тип һорай ҡатыны.
– Ипподромға, ат сабышы ҡарарға.
– Улайһа ашыға төш. “Һоро бейә”ң ике тапҡыр шылтыратты инде...
* * *
Мәктәп уҡытыусыһы ҡартайып вафат булғас, тамуҡҡа эләгә. Бер аҙнанан һуң уның янына фәрештәләр ҡабат килә.
– Ғәфү итегеҙ, хата киткән. Һеҙҙең урынығыҙ ожмахта икән.
– Зыян юҡ, миңә бында ла бик рәхәт, – тип яуап бирә уҡытыусы. – Мәктәптә эшләгәндән һуң тамуҡ та ожмах кеүек тойола икән.
* * *
– Туйҙырҙы ошо бер төрлөлөк!!!
– Нимә булды? Ниндәй бер төрлөлөк?
– Үткән аҙнала ла аҡса юҡ ине, кисә лә булманы, бөгөн дә юҡ...