Кәрәк:
Алма – 1 кг
Шәкәр – бер литр һутҡа 750 г
Лимон – 1 дана
Әстерхан сәтләүеге – 50 г
Лимон кислотаһы – 1/3 балғалаҡ
Әҙерләү: алмаларҙы йыуып, һигеҙ өлөшкә бүлергә лә, кәстрүлгә һалырға. Лимонды ла турап өҫтәргә. Кәстрүлгә емештәрҙең өҫтөнә сыҡҡансы һыу һалырға. Алма йомшарғансы ҡайнатырға. Артабан яҡшылап һөҙөргә. Һутына һәр литрына 750 г шәкәр һалып, яңынан утҡа ҡуйырға. Желе бер сәғәт көслө утта торһон. Гәрәбә төҫөнә инһә, тимәк, әҙер. Уттан алырҙан алда (2 – 3 минут) желены лимон кислотаһы менән бутап, ваҡланған сәтләүекте өҫтәргә. Бик ҡыҙыҡ рецепт икән, сәтләүекле желе була инде)))
Стерилләнгән банкаларға һалып һыуытырға. Һыуытҡыста һаҡлағыҙ.