Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА 1961 йылдың 15 авгусында Бөрйән районының Аҫҡар ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ленин исемендәге интернат-лицейында эшләй. “Илһам шишмәләре”конкурсы лауреаты, “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” гранты еңеүсеһе. Дүрт китап авторы, Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Нисек кенә сыҙармын?
Тағы дәрестәргә әйҙәй
Ҡыңғырау тауыштары.
Шул ҡыңғырау эстәрендә –
Ғүмерем ағыштары.
Саң һуҡҡандай ҡыңғырауҙар:
Һанаулы ғүмер юлы.
Йөрәктәрҙе сүкегәндәй,
Бәүелеп уңлы-һуллы.
Юҡ, ҡыңғырау, ашыҡмайым,
Дәрт уята сыңдарың.
Һинең көйгә тағы тыуҙы
Тулғаҡлаған йырҙарым.
Ҡабатланмаҫ һәр сыңыңды
Күңел биреп тыңлармын.
Ҡыңғырауһыҙ донъяларҙа
Нисек кенә сыҙармын?!
Йәнле мунсаҡ
Тере мунсаҡ, тере мунсаҡ,
Тере мунсаҡ эленде.
Сырҡылдашып-сырҡылдашып
Сымдар буйлап теҙелде.
Бәүелделәр, бәүелделәр,
Яңы көйҙәр оттолар.
Өҙөлдө лә китте мунсаҡ —
Шуҡ турғайҙар остолар.
Отҡор бесәйем
Отҡор ғына бесәйем,
Үҙе шундай һөнәрмән.
Әсәйемдәй, икмәк баҫа —
Ҡарап тороп өйрәнгән.
Хәҙерге өләсәйҙәр
(Шаярыу)
Заман менән үҙгәрҙе
Хәҙерге өләсәйҙәр.
Интернетҡа инергә
Яйын ғына эҙләйҙәр.
Башҡарыла ҡайсаҡ һуң
Башланған эштәре лә.
Ваҡыттар бит урлана
Сәхифә эстәрендә.
Интернет-өләсәйҙән
Күҙ яҙлыҡтыра тәнәй.
Әллә ниңә өләсәй
Әкиәт бик һөйләмәй...
Кемдә ғәйеп икән, тип
Эҙләмә һин, күрмә лә.
Өләсәйҙән оҫтараҡ
Ейән менән ейәнсәр
Компьютер төймәһенә
Баҫа күрше бүлмәлә!..